Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Минең өсөн нимә иң мөһиме?

Минең өсөн нимә иң мөһиме?

Яҡуп бик ҡиммәтле нәмә өсөн — Йәһүәнең фатихаһын алыр өсөн фәрештә менән көрәшкән (Бш 32:24—31; Ос 12:3, 4). Беҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Беҙ Йәһүәгә буйһонорға, унан фатиха алыр өсөн, бар тырышлыҡтарҙы ла һалырға әҙерме? Әйтәйек, беҙҙең алда, эштә оҙағыраҡ ҡалып эшләргәме, әллә йыйылыш осрашыуына барырғамы, тигән һорау тыуҙы, ти. Шул саҡ нимә эшләрбеҙ? Йәһүәгә үҙебеҙҙә булғандың — ваҡытмы ул, көсмө йәиһә матди нәмәме — иң яҡшыһын бирһәк, ул беҙҙе мул фатихалай (Мл 3:10). Алла һәр саҡ яныбыҙҙа, ул беҙҙе яҡлай һәм бар кәрәклеһен дә бирә (Мт 6:33; Ев 13:5).

«ИҒТИБАРЫҢДЫ РУХИ МАҠСАТТАРҒА ТУПЛА» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Апай-ҡәрҙәш өсөн яратҡан шөғөлө нисек һынауға әйләнгән?

  • Эшебеҙ нисек тоҙаҡҡа әүерелергә мөмкин?

  • Ни өсөн Тимофейға, етлеккән мәсихсе булыуына ҡарамаҫтан, артабан да рухи маҡсаттарға ынтылырға кәрәк булған? (1Тм 4:16).

  • Тормошоңда иң мөһиме нимә?

    Йәһүәгә хеҙмәт итеү иң мөһиме икәнен ниндәй эштәребеҙ күрһәтә?