БАШЛАНМЫШ 32, 33
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Һин фатихалар өсөн көрәшәһеңме?
32:24—28
Йәһүәнең фатихаларына эйә булыр өсөн, уға хеҙмәт итеүҙе тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйырға кәрәк (1Кр 9:26, 27). Беҙ Яҡуптан өлгө алырға тейеш: оло йәштә булһа ла, ул фәрештә менән көрәшкән. Йәһүә фатихаларын алырға теләүебеҙҙе беҙ...
-
йыйылыш осрашыуҙарына яҡшы әҙерләнеп күрһәтәбеҙ;
-
вәғәздә даими ҡатнашып күрһәтәбеҙ;
-
йыйылыштағы ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итер өсөн, бөтә тырышлығыбыҙҙы һалып күрһәтәбеҙ.
Шарттарың ни тиклем ауыр булһа ла, Йәһүәгә даими доға ҡыл һәм уға хеҙмәт итеүҙә һалған тырышлыҡтарыңды фатихалауын һора.
ҮҘЕҢДӘН ҺОРА: «Йәһүәнән фатихалар алыр өсөн, тормошомдоң ҡайһы өлкәләрендә мин күберәк тырышлыҡ һала алыр инем?»