Инеш һүҙҙәр
«РУХИ ДОНЪЯНЫ ТАСУИРЛАҒАН ИЛАҺИ КҮРЕНЕШТӘР» тигән брошюра
Һора: Һеҙ күктәр, йәғни рухи донъя тураһында берәй нәмә беләһегеҙме?
Уҡы: Ях 8:23
Тәҡдим ит: Был брошюрала Ғайса һәм уның Атаһы күктәр тураһында нимә асыҡлағаны хаҡында әйтелә.
ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТӘГЕҘ
Һора: Һеҙҙеңсә, Алла кешеләрҙең ғазап сигеүендә ғәйеплеме?
Уҡы: Әп 34:10
Хәҡиҡәт: Алла бер ҡасан да кешеләрҙең ғазап сигеүендә ғәйепле булмаған. Ысынында кешеләр Шайтан арҡаһында, яңылыш ҡарарҙар ҡабул иткән кешеләр арҡаһында, ә ҡайһы саҡта, кәрәкмәгән ваҡытта, кәрәкмәгән урында булып, осраҡлы хәлгә эләккәнгә ғазап сигә. Беҙгә ауыр булғанда, Алла ярҙам итергә әҙер. Ул беҙҙе бик ярата.
«НИ ӨСӨН ИЗГЕ ЯҘМАНЫ ӨЙРӘНЕРГӘ КӘРӘК?» (видеояҙма)
Һора: Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был донъя менән Алла идара итәме? [Яуапты тыңла.] Изге Яҙмала яҙылғандар һеҙҙе ғәжәпләндерер. Ошо ҡыҫҡа ғына видеояҙманы ҡарағыҙсы. [Видеояҙманы күрһәт.]
Тәҡдим ит: Ошо планда ни өсөн донъя ғазаптар менән тулы икәне аңлатыла. Бында бер нисә фекергә иғтибар ителә. Улар Изге Яҙмаға нигеҙләнгән. Әгәр һеҙ өйҙә Изге Яҙмалағы ошо шиғырҙарҙы асып уҡырға теләһәгеҙ, ғазаптарҙың сәбәптәре менән тағы ла яҡшыраҡ таныша алырһығыҙ. [Тейешле планды тәҡдим ит.]
МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ
Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.