МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Бына мин! Ебәр мине!»
Ишағыя пәйғәмбәр өлгө алырлыҡ рух сағылдырған. Тәҡдим ителгән йөкләмәнең нескәлектәрен белмәһә лә, ул, иман күрһәтеп, шунда уҡ ризалығын белдергән (Иш 6:8). Һин, Батшалыҡ вәғәзселәренә ихтыяж күберәк булған ерҙә хеҙмәт итер өсөн, шарттарыңды үҙгәртә алаһыңмы? (Зәб 110:3) Әлбиттә, бының өсөн «сығымдарҙы иҫәпләп» сығарырға кәрәк (Лк 14:27, 28). Әммә вәғәз эше хаҡына ҡорбандарға барырға әҙер булығыҙ (Мт 8:20; Мк 10:28—30). «Ихтыяж күберәк булған ергә күсеү» тигән видеояҙмала күрһәтелгәнсә, Йәһүәнең фатихалары беҙ килтергән һәр ҡайһы ҡарбандан күпкә ҙурыраҡ.
ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРҒАНДАН ҺУҢ, ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:
-
Уильямс ғаиләһенең ағзалары, Эквадорҙа хеҙмәт итер өсөн, ниндәй ҡорбандарға барған?
-
Хеҙмәт итер өсөн ил һайлағанда, улар нимәне иҫәпкә алған?
-
Улар ниндәй фатихалар алған?
-
Ихтыяж күберәк булған ерҙә хеҙмәт итеү тураһында күберәк мәғлүмәт ҡайҙан табып була?
КИЛӘҺЕ ҒАИЛӘ МЕНӘН ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ ВАҠЫТЫНДА ОШО ҺОРАУҘАР БУЙЫНСА ФЕКЕР АЛЫШЫҒЫҘ:
-
Ғаилә булараҡ беҙ хеҙмәтебеҙҙе нисек киңәйтә алабыҙ? (km-TAT 8/11 4—6 бб.)
-
Ихтыяж күберәк булған ерҙә хеҙмәт итә алмаһаҡ, беҙ үҙебеҙҙең йыйылышҡа нисек ярҙам итә алабыҙ? (bw568-TAT 23—25 бб.)