Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Алла биргән өйрәтеү тиҫкәре ҡараштарҙы еңергә ярҙам итә

Алла биргән өйрәтеү тиҫкәре ҡараштарҙы еңергә ярҙам итә

Йәһүә кешеләрҙе айырмай (Ғм 10:34, 35). Ул «һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан» кешеләрҙе ҡабул итә (Ас 7:9). Шуға күрә мәсихселәр йыйылышында тиҫкәре ҡарашҡа һәм бер тигеҙ булмаған мөнәсәбәткә урын юҡ (Яҡ 2:1—4). Алла биргән өйрәтеү ярҙамында беҙ, рухи ожмахта йәшәп, кешеләрҙең үҙгәреүен күрә алабыҙ (Иш 11:6—9). Йөрәгебеҙҙән һәр төрлө тиҫкәре ҡарашты тамыры менән өҙөп ташларға тырышып, беҙ Йәһүәнән өлгө алғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Еф 5:1, 2).

«ДЖОНИ МЕНӘН ГЕДЕОН: ЭЛЕК ДОШМАНДАР БУЛҒАН, Ә ХӘҘЕР ҠӘРҘӘШТӘР БУЛЫП КИТКӘН» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАҒЫҘ. ШУНАН ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:

  • Ни өсөн Алла биргән өйрәтеү кешеләрҙең дискриминация һәм тиҫкәре ҡараштар менән көрәшергә тырышыуынан өҫтөнөрәк?

  • Бөтә донъя ҡәрҙәшлегебеҙ тураһында әйткәндә, һине нимә ғәжәпләндерә?

  • Беҙ, мәсихселәр берҙәмлеген һаҡлап, Йәһүәне нисек данлайбыҙ?