ИШАҒЫЯ 11—16
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Ер Йәһүә тураһындағы белем менән тулыр
11:6—9
Был пәйғәмбәрлек нисек Израиль халҡында үтәлгән?
-
Израилдәргә Вавидондан тыуған ерҙәренә ҡайтҡан саҡта ла, яңынан торғоҙолған илдәрендә йәшәгән ваҡытта ла йыртҡыс хайуандарҙан һәм үҙҙәрен йыртҡыстарса тотҡан кешеләрҙән ҡурҡырға кәрәкмәгән (Ез 8:21, 22)
Был пәйғәмбәрлек нисек беҙҙең көндәрҙә үтәлә?
-
Йәһүә тураһындағы белем кешеләргә үҙгәрергә ярҙам итә. Элек мәрхәмәтһеҙ булған кешеләр хәҙер тыныс холоҡло булып киткән. Алла тураһындағы белем ярҙамында бөтә донъяла рухи ожмах булдырыла
Был пәйғәмбәрлек нисек киләсәктә үтәләсәк?
-
Алланың башланғыс ниәте буйынса, ер йөҙө хәүефһеҙ, тыныс ожмахҡа әйләнәсәк. Бер кемдән дә — хайуандарҙан да, кешеләрҙән дә — ҡурҡырға кәрәк булмаясаҡ
Павел Алла тураһындағы белем ярҙамында үҙгәргән
-
Фарисей булғанда, ул үҙен йыртҡыстарса тотҡан (1Тм 1:12)
-
Ул теүәл белем ярҙамында үҙгәргән (Кл 3:8—10)