МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» китабы ярҙамында йөрәккә үтеп инерлек итеп өйрәтәбеҙ
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Кешеләр Йәһүәнең нормаларын белергә һәм улар буйынса йәшәргә тейеш. Шул саҡта ғына улар дөрөҫ итеп Аллаға ғибәҙәт ҡыла аласаҡ (Иш 2:3, 4). «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» китабы — беҙҙең өйрәнеүҙәр үткәрер өсөн икенсе баҫмабыҙ. Ул өйрәнеүселәргә нисек Алланың принциптарын көндәлек тормошта ҡулланып булғанын аңларға ярҙам итә (Ев 5:14). Беҙ өйрәнеүсенең йөрәгенә үтеп инерлек итеп өйрәтергә тейеш. Шул саҡта уның, үҙ тормошон үҙгәртер өсөн, дөрөҫ этәргес теләге булыр (Рм 6:17).
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:
-
Өйрәнеүсеңдең ихтыяждарын иҫәпкә алып, өйрәнеүгә яҡшы итеп әҙерлән. Кешенең материалға ҡарата ҡарашын һәм хистәрен белергә ярҙам иткән һорауҙар әҙерлә (Ғһ 20:5)
-
Изге Яҙмалағы принциптарҙың ҡиммәтлеген күрһәтер өсөн, китапта килтерелгән рамкаларҙы ҡуллан
-
Өйрәнеүсеңде выждан менән бәйле һорауҙарҙа ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәт, әммә уның урынына ҡарарҙар ҡабул итмә (Гл 6:5)
-
Өйрәнеүсегә, Изге Яҙмалағы принциптарҙы тормошонда ҡулланыр өсөн, ярҙам кәрәкме, юҡмы икәнен билдәләргә тырыш. Быны ипле генә эшлә. Шулай уҡ иҫенә төшөр: Йәһүәгә ҡарата яратыу уға кәрәкле үҙгәрештәр яһарға ярҙам итәсәк (Ғһ 27:11; Ях 14:31)