ИШАҒЫЯ 1—5
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |«Йәһүә тауына... менәйек»
2:2, 3
«Һуңғы көндәр» |
Был — беҙ йәшәгән ваҡыт |
«Йәһүә йортоноң тауы» |
Юғары күтәрелгән саф ғибәҙәт |
«Бар халыҡтар уға ағылыр» |
Саф ғибәҙәткә тотонған кешеләр бергә йыйыла |
«Килегеҙ Йәһүә тауына... менәйек» |
Хаҡ ғибәҙәт ҡылыусылар башҡаларҙы үҙҙәренә ҡушылырға саҡыра |
«Ул беҙҙе үҙ юлдарына өйрәтер. Беҙ уның һуҡмаҡтарынан йөрөрбөҙ» |
Үҙ Һүҙен ҡулланып, Йәһүә беҙҙе өйрәтә һәм юлдарынан йөрөргә ярҙам итә |
2:4
«Улар һуғышырға башҡа өйрәнмәҫ» |
Ишағыя пәйғәмбәр, һуғыш ҡоралдарынан ауыл хужалығы ҡоралдары яһаласағы тураһында әйтеп, Йәһүә халҡының тыныслыҡҡа ынтылыуын тасуирлаған. Ишағыя көндәрендә ниндәй ҡоралдар булған? |
«Ҡылыстарынан — төрәндәр... сүкеп яһар» |
1. Төрән — ул ерҙе һөргән саҡта, тупраҡты киҫеп барған һабандың өлөшө. Уны металдан эшләгәндәр (1Иш 13:20) |
«Һөңгөләренән баҡса бысаҡтары сүкеп яһар» |
2. Баҡса бысағы һапланған ҡорал булғандыр. Уның металдан яһалған үткер өлөшө ураҡ формаһында булған. Был ҡоралды йөҙөм ботаҡтарын киҫер өсөн ҡулланғандар (Иш 18:5) |