Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Эскерһеҙ кешеләргә Мәсихтең шәкерттәре булып китергә ярҙам итәбеҙ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Эскерһеҙ кешеләргә Мәсихтең шәкерттәре булып китергә ярҙам итәбеҙ

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Йәһүә «Мәңгелек тормошҡа алып барыусы хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләрҙең йөрәктәрендә хәҡиҡәт орлоғон үҫтерә (Ғм 13:48, ЯДТ; 1Кр 3:7). Беҙ, иң тәүҙә белгәнен тормошта ҡулланған кешеләргә ярҙам итергә тырышып, Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ (1Кр 9:26). Изге Яҙманы өйрәнеүсегә ҡотолоу өсөн һыуға сумдырылырға кәрәк икәнен аңлатырға кәрәк (1Пт 3:21). Өйрәнеүсебеҙ Ғайсаның шәкерте булып китһен өсөн, беҙ уға йәшәү рәүешен тәртипкә килтерергә ярҙам итәбеҙ, вәғәз һәм өйрәтеү эшенә өйрәтәбеҙ, ғүмерен Йәһүәгә бағышларға дәртләндерәбеҙ (Мт 28:19, 20).

ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:

  • Өйрәнеүсенең иҫенә шуны төшөрөп тор: өйрәнеүҙең маҡсаты — Йәһүә менән яҡыныраҡ танышыу һәм шул белемдәргә ярашлы йәшәү (Ях 17:3).

  • Уға рухи яҡтан үҫергә ярҙам ит: насар ғәҙәттәр менән көрәшеү һәм зыянлы аралашыуҙан ҡасыу һымаҡ ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам ит.

  • Һыуға сумдырылыуына тиклем һәм һуңынан да уны нығытып тор (Ғм 14:22).

«ЙӘҺҮӘ АЛЛА ҺИҢӘ ЯРҘАМ ИТЕР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ниндәй ҡурҡыуҙар кешегә Йәһүәгә ғүмерен бағышларға һәм һыуға сумдырылырға ҡамасауларға мөмкин?

  • Өлкәндәр Изге Яҙманы өйрәнеүсегә рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам итә ала?

  • Ишағыя 41:10-да яҙылған һүҙҙәр беҙгә Йәһүә тураһында нимә асыҡлай?

  • Ниндәй сифаттар беҙгә камил булмауыбыҙға ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғролоҡ менән хеҙмәт итергә ярҙам итер?

Шәкерттәр әҙерләү эшендә беҙ нисек Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ?