Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Йәһүәне шатланып йырҙарҙа данлағыҙ

Йәһүәне шатланып йырҙарҙа данлағыҙ

Павел менән Сила төрмәлә Йәһүәне данлап йырҙар йырлаған (Ғм 16:25). Һис шикһеҙ, йырҙар йырлау уларға ныҡ ҡалырға ярҙам иткән. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Йыр китабындағы һәм сайтыбыҙҙағы йырҙар беҙҙе рухландырып ебәрә һәм һынауҙар аша үткәндә тоғро ҡалырға дәртләндерә. Ә иң мөһиме, улар Йәһүәне данлай (Зәб 28:7). Беҙҙе ваҡыт-ваҡыт кәм тигәндә бер нисә йыр ятларға дәртләндерәләр. Һинең килеп сыҡтымы? Беҙ ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә, йырҙарҙың һүҙҙәрен ятлап, уларҙы йырлай алабыҙ.

«БАЛАЛАР ЙӘҺҮӘНЕ ДАНЛАП ЙЫРЛАЙ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Батшалыҡ йырҙарын йырлау беҙҙе нисек нығыта ала?

  • Аудио һәм видео яҙҙырыу бүлеге йырҙар яҙҙырыуға нисек әҙерләнә?

  • Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре йырҙар яҙҙырыуға нисек әҙерләнә?

  • Һинең иң яратҡан Батшалыҡ йырҙары ниндәй һәм ни өсөн?