АСЫЛЫШ 7—9
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Йәһүә «бихисап күп халыҡты» фатихалай
7:9, 14—17
Ни өсөн Йәһүә «бихисап күп халыҡты» фатихалай?
-
Улар «Алла тәхете алдында тора», йәғни тулыһынса Йәһүә хакимлығына буйһона.
-
Улар «аҡ кейем» кейгән, йәғни Йәһүә уларҙы саф, тәҡүә тип һанай, сөнки улар Мәсих ҡорбанына иман итә.
-
Улар «көнө-төнө... хеҙмәт итә», йәғни Йәһүәгә арымай-талмай тырышып хеҙмәт итә.
Бихисап күп халыҡтың өлөшө булыр өсөн, мин нимә эшләргә тейешмен?