МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Кешеләрҙең ихтыяждарын иҫәпкә ал
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Майланғандар һәм бүтән һарыҡтар бар кешеләрҙе лә «тереклек һыуын бушлай» алырға саҡыра (Ас 22:17). Был символик һыу үҙ эсенә тыңлаусан кешеләр гонаһ менән үлемдән ҡотолһон өсөн Йәһүә күргән бөтә сараларҙы ала. Ғөрөф-ғәҙәттәре һәм ҡараштары төрлө булған кешеләргә ярҙам итер өсөн, беҙ «мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәр» менән уртаҡлашҡанда, һәр айырым кешенең ихтыяждарын иҫәпкә алырға тейеш (Ас 14:6).
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР
-
Үҙең йәшәгән ерҙәге кешеләрҙең йөрәгенә тәьҫир итерлек теманы һәм аятты һайла. Һөйләшеү планына нигеҙләнергә йә үҙең уңышлы ҡулланған башҡа берәй инеш һүҙҙәрҙе һайларға була. Кешеләр ниндәй темалар һәм аяттар буйынса фекер алышырға әҙер? Уларҙы ниндәй яңылыҡтар борсой? Ирҙәрҙе нимә ҡыҙыҡһындыра, ҡатындар менән нимә тураһында һөйләшеп була?
-
Үҙең йәшәгән ерҙәге кешеләрҙең нисек иҫәнләшеүен, нисек һөйләшеүен иҫәпкә ал (2Кр 6:3, 4).
-
Өйрәтеү ҡоралдарындағы видеояҙмаларҙың һәм әҙәбиәттәрҙең эстәлеге менән таныш, шул саҡта ҡыҙыҡһынған кешегә уны күрһәтә алырһың.
-
Үҙең йәшәгән ерҙәге кешеләр һөйләшкән телдәрҙәге видеояҙмаларҙы һәм әҙәбиәтте күсереп ал.
-
Әңгәмәсеңдең ихтыяждарын иҫәпкә алып һөйләшеү темаһын үҙгәртергә әҙер бул (1Кр 9:19—23). Мәҫәлән, уның яҡын кешеһенең үлгәнен белһәң, һөйләшеүҙе нисек алып барырһың?
ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Вәғәзсе фатир хужаһы менән ниндәй темаға һөйләшә башланы?
-
Фатир хужаһының тормошонда нимә булған?
-
Ошо осраҡта кешенең иғтибарын ниндәй аяттарға йүнәлтеү яҡшыраҡ булыр һәм ни өсөн?
-
Һин инеш һүҙҙәреңде кешеләрҙең ихтыяждарына нисек яраҡлаштыраһың?