Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

«Ер... йылғаны йотто»

«Ер... йылғаны йотто»

Тарих дауамында хөкүмәттәрҙең Йәһүә халҡына ярҙам иткән осраҡтары булған (Ез 6:1—12; Әс 8:10—13). Бөгөнгө көндәрҙә лә «ерҙең», йәғни ғәҙел эш итеүсе ҡайһы бер хакимдарҙың йә хакимлыҡҡа эйә булған ойошмаларҙың, «аждаһа» — Иблис сығарған эҙәрләүҙәр йылғаһын йотҡан саҡтары билдәле (Ас 12:16). Йәһүә — «ҡотҡарыусы Алла» — хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙе ҡайһы саҡта үҙ халҡын яҡларға этәрергә мөмкин (Зәб 68:20; Ғһ 21:1).

Иманың арҡаһында төрмәгә эләкһәң, нишләргә? Йәһүәнең һине һаҡлауына бер ҡасан да шикләнмә (Бш 39:21—23; Зәб 105:17—20). Һис тә шикләнмә, тоғролоғоң бөтә донъя буйынса ҡәрҙәштәрҙе рухландырасаҡ һәм иманың фатихаланасаҡ (Фп 1:12—14; Ас 2:10).

«КОРЕЯЛАҒЫ АҒАЙ-ҠӘРҘӘШТӘР АЗАТ ИТЕЛДЕ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ни өсөн Көньяҡ Кореяла меңләгән ағай-ҡәрҙәш төрмәгә ултыртылған?

  • Ниндәй хөкөм ҡарарҙары ағай-ҡәрҙәштәрҙең срогынан алда азат ителеүенә килтергән?

  • Бөтә донъя буйынса иманы арҡаһында төрмәгә эләккән ағай-ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә алабыҙ?

  • Беҙ азатлығыбыҙҙан нисек файҙаланырға тейеш?

  • Судтарҙа еңеүҙәребеҙ өсөн тәү сиратта кемгә рәхмәтле булырға тейешбеҙ?

Мин азатлығымдан нисек файҙаланам?