ЛЕВИТТАР 12, 13
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Махау сире тураһындағы ҡанун беҙҙе нимәгә өйрәтә?
13:4, 5, 45, 46, 52, 57
Рухи сәләмәтлегебеҙ тураһында әйткәндә, махау сиренә ҡағылышлы ҡанундар беҙҙе нимәгә өйрәтә?
-
Йәһүә руханиҙарҙы махау сирен нисек итеп тиҙ генә билдәләп булғанына өйрәткән. Бөгөн өлкәндәр рухи яҡтан ярҙамға мохтаж булғандарға тиҙ арала ярҙам күрһәтә (Яҡ 5:14, 15).
-
Израилдәр, сир таралмаһын өсөн, махау сыҡҡан әйберҙәрҙе юҡ итергә тейеш булған. Мәсихселәр ҙә үҙҙәре өсөн ҡәҙерле булған, әммә гонаһҡа илтә алған нәмәләрҙән баш тартырға әҙер булырға тейеш (Мт 18:8, 9). Был үҙ эсенә ғәҙәттәр, аралашыу һәм күңел асыуҙарҙы алырға мөмкин.
Мәсихсе Йәһүәнең ярҙамын ҡабул итергә теләгәнен нисек күрһәтә ала?