МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Һин Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡырға теләр инеңме?
Һинең йәшең 23 менән 65 араһындамы, һәм һин тулы ваҡытлы хеҙмәттәме? Сәләмәтлегең яҡшымы? Ихтыяж булған ерҙә хеҙмәт итә алаһыңмы? Был һорауҙарға «эйе» тип яуап бирһәң, Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбенә ғариза тултыра алаһың. Һинең был хаҡта уйланғаның бармы? Был мәктәп барлыҡҡа килгәндән бирле унда меңәрләгән өйләнешкән парҙар, шулай уҡ өйләнмәгән һәм кейәүҙә булмаған ҡәрҙәштәр уҡып сыҡҡан. Шулай ҙа өйләнмәгән ағай-ҡәрҙәштәрҙә ихтыяж һаман да күп. Йәһүәнән, ихтыярыңды үтәргә һәм Улыңдың үрнәгенә эйәрергә теләгемде көсәйт, тип һора (Зәб 40:8; Мт 20:28; Ев 10:7). Һинең бурыстарың, ғаилә һәм эш менән бәйле вазифаларың булырға мөмкин. Мәктәптә уҡыр өсөн, һин был өлкәләрҙә үҙгәрештәр яһай алыр инеңме?
Был мәктәпте тамамлаған ҡәрҙәштәргә хеҙмәттә ниндәй мөмкинлектәр асыла? Шул ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы берҙәре кешеләр башҡа телдә һөйләшкән ерҙәргә билдәләнгән йә ҙур ҡалаларҙа йәмәғәт урындарында махсус ойошторолған вәғәздә ҡатнашҡан. Башҡа ҡәрҙәштәр ваҡыт уҙыу менән район күҙәтеүсеһенең урынбаҫары, район күҙәтеүсеһе йә миссионер итеп билдәләнгән. Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн мөмкинлектәр тураһында уйланғанда, Ишағыя пәйғәмбәрҙең ҡарашын үҫтерергә тырыш. Ә уның ҡарашы бындай булған: «Бына мин! Мине ебәр!» (Иш 6:8).
«БАҪЫУҘА ХЕҘМӘТ ИТКӘН МИССИОНЕРҘАР — УРАҠ ӨҪТӨНДӘГЕ ЭШСЕЛӘР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Миссионерҙар итеп кемде билдәләйҙәр?
-
Миссионерҙар ниндәй эш башҡара?
-
Миссионер хеҙмәте ниндәй фатихалар килтерә?