Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Йәһүәнең тәрбиәүи саралары буйынса эш итеп, беҙ яратыу күрһәтәбеҙ

Йәһүәнең тәрбиәүи саралары буйынса эш итеп, беҙ яратыу күрһәтәбеҙ

Гонаһ ҡылып тәүбә итмәгән кеше менән аралашмау йыйылышты яҡлай һәм шул кеше өсөн тәрбиә булып тора (1Кр 5:6, 11). Беҙ, Йәһүә ойошторған шул тәртип буйынса эш итһәк, яратыу сағылдырабыҙ. Әммә был сара барыһына ла, шул иҫәптән яҡын туғандарға һәм хоҡуҡ комитетына ла, әрнеү килтерә икән, ул нисек ысын яратыу була алһын?

Беҙ, тәү сиратта, Йәһүәнең исеменә һәм уның изге нормаларына ҡарата яратыу күрһәтәбеҙ (1Пт 1:14—16). Шулай уҡ йыйылыштан сығарылған кешегә лә яратыу күрһәтәбеҙ. Был тәрбиә күңелде әрнетһә лә, «ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә» (Ев 12:5, 6, 11). Йыйылыштан сығарылған йә йыйылыштан баш тартҡан кеше менән аралашһаҡ, беҙ Йәһүәнең тәрбиәһенә ҡыҫылабыҙ. Ул үҙ халҡын «тейешле дәрәжәлә» төҙәтә икәнен онотмағыҙ (Ир 30:11). Әйҙәгеҙ, Йәһүә ойошторған тәртипкә буйһонайыҡ һәм уның менән мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытайыҡ. Шул уҡ ваҡытта йыйылыштан киткән кешенең мәрхәмәтле Атабыҙға кире ҡайтырына өмөт итәйек (Иш 1:16—18; 55:7).

«БӨТӘ ЙӨРӘГЕҢ МЕНӘН ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО БУЛ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАП, ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Бала Йәһүәне ҡалдырһа, ата-әсәнең йөрәге ни тиклем әрней?

  • Тоғро булып ҡалған ғаилә ағзаларына йыйылыш нисек ярҙам итә ала?

  • Изге Яҙмалағы ниндәй хикәйә Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡ туғандарға ҡарата тоғролоҡтан мөһимерәк икәнен күрһәтә?

  • Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙ туғандарыбыҙға ҡарата тоғролоҡтан юғарыраҡ икәне нимәнән күренер?