МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
«Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ»
Боронғо Израилдә Йәһүә ярлылар хаҡында ҡайғыртҡан. Ә бөгөн матди яҡтан мохтажлыҡ кисергән хеҙмәтселәренә ул нисек ярҙам итә?
-
Аҡсаға дөрөҫ ҡараш һаҡларға өйрәтә (Лк 12:15; 1Тм 6:6—8).
-
Үҙеңде хөрмәт итергә ярҙам итә (Әп 34:19).
-
Эшһөйәр булырға һәм насар ғәҙәттәрҙән ҡасырға өйрәтә (Ғһ 14:23; 20:1; 2Кр 7:1).
-
Ҡәрҙәшлек бүләк иткән (Ях 13:35; 1Ях 3:17, 18).
-
Өмөт бирә (Зәб 9:18; Иш 65:21—23).
Шарттарыбыҙ йырып сыҡҡыһыҙ булып күренһә лә, беҙгә борсолорға кәрәкмәй (Иш 30:15). Тормошобоҙҙа беренсе урынға Йәһүәнең Батшалығын ҡуйһаҡ, ул беҙҙең матди ихтыяждарыбыҙҙы ҡайғыртасаҡ (Мт 6:31—33).
«МӨХӘББӘТ БАРЫҺЫН ДА ЕҢӘ. ЯРЛЫЛЫҠ (КОНГО)» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Региональ конгресс үткән ерҙә йәшәгәндәр алыҫтан килгән ҡәрҙәштәренә нисек яратыу һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә?
-
Ярлы йәшәгәндәргә Йәһүә үҙ яратыуын нисек сағылдыра?
-
Бай булмаһаҡ та, Йәһүәнән нисек өлгө ала алабыҙ?