ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП
Йөрәккә үтеп инерлек итеп өйрәт
Аллаға тыңлаусанлыҡ йөрәктән сыға (Ғһ 3:1). Шуға күрә беҙгә кешеләрҙе йөрәктәренә үтеп инерлек итеп өйрәтергә кәрәк. Быны нисек эшләп була?
Маҡсатыбыҙ кешегә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте һөйләү генә түгел, ә уға был белемдәр ниндәй файҙа килтергәнен һәм нисек Аллаға яҡынлаштыра алғанын күрергә ярҙам итеү. Кешегә Изге Яҙмалағы нормаларҙа Алланың яратыуы, игелеге һәм тәҡүәлеге нисек сағыла икәнен аңларға ярҙам ит. Үткән материал хаҡында нимә уйлағанын белер өсөн, уға ипле генә итеп һорауҙар бир. Дөрөҫ булмаған ҡараштарын үҙгәртһә һәм алама ғәҙәттәренән арынһа, тормошо нисек яҡшырасағы хаҡында һөйләшеп алығыҙ. Өйрәнеүсенең Йәһүәне эскерһеҙ яратҡанын күргәндә, күңелебеҙ шатлыҡ менән тула.
«ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНӘН ШАТЛЫҠ ТАБЫҒЫҘ. ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ЯҠШЫРТЫҒЫҘ: КЕШЕ ЙӨРӘГЕНӘ ҮТЕП ИНЕРЛЕК ИТЕП ӨЙРӘТЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Ни өсөн Нита Джейдҡа ошондай һорау бирҙе: «Беҙ һинең менән дүшәмбе көнө һөйләшкән тема тураһында тағы бер тапҡыр уйландыңмы?»
-
Нита Джейдҡа Йәһүә уны яратҡанға күрә ҡағиҙәләр һәм нормалар урынлаштыра икәнен аңларға нисек ярҙам итте?
-
Нита Джейдҡа Аллаға ҡарата яратыу нимәлә сағыла икәнен аңларға нисек ярҙам итте?