Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП

Ҡыҙғана бел

Ҡыҙғана бел

Ҡыҙғаныу — ул кешенең уй-фекерен, хистәрен, ҡараштарын һәм ихтыяждарын аңлай белеү. Ихлас күңелдән ярҙам итеү теләге беҙгә ҡыҙғаныу сифатын үҫтерергә ярҙам итә. Беҙ кешеләрҙең хәленә ингәндә, улар быны тоя. Хеҙмәттә кешеләрҙең хистәрен, ҡараштарын аңларға тырышып, беҙ Йәһүәнең яратыуын һәм хәстәрлеген сағылдырабыҙ. Ундай мөғәмәлә уларҙы Аллаға яҡынлаштырырға мөмкин (Фп 2:4).

Кешеләрҙең хәлен аңлауыбыҙ һәм улар менән ысын күңелдән мөғәмәлә итеүебеҙ ҡул ишараларыбыҙҙан, йөҙөбөҙҙән, иғтибар менән тыңлауыбыҙҙан һәм йомшаҡ итеп һөйләүебеҙҙән күренә. Беҙ ихлас күңелдән кешенең шарттарын, уның нимәгә ышанғанын һәм нимә менән ҡыҙыҡһынғанын аңларға тырышабыҙ. Шулай уҡ беҙ уның менән файҙалы һәм ғәмәли фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ, үҙ ярҙамыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ, әммә тормошон үҙгәртергә һис тә мәжбүр итмәйбеҙ. Башҡалар ярҙамыбыҙҙы ҡабул иткәндә, йөрәгебеҙ шатлыҡ менән тула.

«ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНӘН ШАТЛЫҠ ТАБЫҒЫҘ. ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ЯҠШЫРТЫҒЫҘ: ҠЫҘҒАНА БЕЛЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Джейд һуңлағас, Нита нисек уны аңларға тырышты?

  • Джейд, ныҡ арығанға өйрәнә алмайым, тигәс, Нита нисек уның хәленә инде?

  • Кешеләргә ҡарата ҡыҙғаныусан булыуыбыҙ уларға Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә

    Джейд үҙенең йыйнаҡ булмауы тураһында әйткәс, Нита нисек уның хәленә инде?