МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Үҙеңдән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсәйең һымаҡ, ә йәшерәктәрҙе һеңлең һымаҡ күр
Изге Яҙма беҙҙе үҙебеҙҙән олораҡ ҡәрҙәштәргә — атай-әсәйгә, ә йәшерәктәргә ҡустыға һәм һеңлегә ҡарағандай ҡарарға өйрәтә. (1 Тимофейға 5:1, 2-не уҡы.) Йыйылыштағы ағай-ҡәрҙәштәргә апай-ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итергә һәм улар менән үҙҙәрен дөрөҫ тоторға кәрәк.
Ағай-ҡәрҙәшкә флирттан һәм апай-ҡәрҙәште уңайһыҙ хәлгә ҡалдырырҙай эштәрҙән һаҡланырға кәрәк (Әп 31:1). Ағай-ҡәрҙәштең кейәүҙә булмаған апай-ҡәрҙәшкә ҡарата етди ниәте булмаһа, уға шул апай-ҡәрҙәштең хистәре менән уйнарға һәм ялған өмөт бирергә ярамай.
Апай-ҡәрҙәштәр берәй һорау менән мөрәжәғәт иткәндә, өлкәндәр уларҙы ихтирам һәм иғтибар менән тыңларға тейеш. Уларға айырыуса кейәүҙә булмаған апай-ҡәрҙәштәргә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки был апай-ҡәрҙәштәрҙең үҙҙәре хаҡында ҡайғыртыусы ирҙәре юҡ (Рф 2:8, 9).
«ЙЫЙЫЛЫШТА ЯРАТЫУ КҮРҺӘТӘБЕҘ. ТОЛ ҠАЛҒАНДАРҒА ҺӘМ ЕТЕМДӘРГӘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Йыйылыш Мьинт апай-ҡәрҙәшкә нисек фиҙаҡәр яратыу күрһәткән?
-
Ҡәрҙәштәр, Мьинттың ғаиләһенә яратыу күрһәтеп, ауылда Йәһүәнең исемен нисек данлаған?
-
Йыйылыш күрһәткән яратыу апай-ҡәрҙәшебеҙҙең ҡыҙҙарына нисек тәьҫир иткән?
Йыйылышыңдағы апай-ҡәрҙәштәргә һин нисек яратыу сағылдыра алаһың?