МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Һөйләшеүҙәр планын нисек ҡулланырға?
Һөйләшеүҙәр планын әҙерләр өсөн, ҡәрҙәштәр күп тырышлыҡтар һала һәм барыһын да иҫәпкә ала. Күп кенә вәғәзселәрҙең әйтеүенсә, һөйләшеүҙәр планы уларҙың территорияһында уңышлы ҡулланыла. Әлбиттә, бер территория икенсеһенән айырылып тора. Шуға күрә вәғәзселәр үҙҙәре хеҙмәт иткән ерҙәрҙә кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған башҡа төрлө темалар, һорауҙар, аяттар һайлай ала. Әммә махсус кампания барышында беҙгә шул ваҡытҡа бирелгән күрһәтмәләрҙе ҡулланырға кәрәк. Маҡсатыбыҙ — Ғайса ҡушҡанса Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү (Мт 24:14).
Йөкләмә бирелгәндә, вәғәзселәргә эш дәфтәрендәге һөйләшеү планында килтерелгән теманы ҡулланырға кәрәк. Әммә, башҡа күрһәтмәләр бирелмәһә, улар, урындағы шарттарға тура килтереп, башҡа һорау, аят, асыҡ һорау һәм ситуация һайлай ала. Был күрһәтмәләр 2020 йылдың июнь айында сыҡҡан эш дәфтәрендә (8-се бит) бирелгән күрһәтмәләрҙе алмаштыра.