АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Сифатлы итеп һәм күңел һалып төҙөлгән
Ғибәҙәтхананы төҙөүҙә Сөләймән иң сифатлы материалдар ҡулланған (1Бат 5:6, 17; w11-TAT 1/4 15 б., 5 абз.).
Төҙөлөш эштәрендә күп кеше ҡатнашҡан (1Бат 5:13—16; it-U «Кедр», 5 абз.; it-U «Храм», «Храм Соломона» тигән өҫтәмә исем, 4 абз.).
Ете йылдан һуң ғибәҙәтхана төҙөлөп бөткән (1Бат 6:38; тышлыҡтағы рәсемде ҡара).
Сөләймән һәм израиль халҡы төҙөлөшкә бөтә күңелдәрен һалғанға, Йәһүәне данлаған иҫ киткес ғибәҙәтхана төҙөй алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киләһе быуындарҙың саф ғибәҙәткә булған яратыуы һүрелгән булған. Улар ғибәҙәтхананы ҡарамаған, һөҙөмтәлә ул юҡ ителгән.
ҮҘЕҢДӘН ҺОРА: «Миңә саф ғибәҙәткә булған яратыуымды нисек һаҡлап ҡалырға?»