АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Сөләймәндең ысын күңелдән әйтелгән баҫалҡы доғаһы
Ғибәҙәтхананы бағышлаған саҡта Сөләймән бөтә халыҡ алдында ысын күңелдән ҡайнар доға ҡылған (1Бат 8:22; w09-TAT 15/11 9 б., 9, 10 абз.).
Сөләймән доғала Йәһүәне данлаған һәм үҙенә иғтибар йәлеп итмәгән (1Бат 8:23, 24).
Сөләймән баҫалҡылыҡ менән доға ҡылған (1Бат 8:27; w99-U 15/1 17 б., 7, 8 абз.).
Сөләймәндең доғаһы башҡалар алдында доға ҡылғандар өсөн яҡшы өлгө булып тора. Доғаларыбыҙ тәү сиратта кешеләргә түгел, ә Йәһүәгә яраҡлы булырға тейеш.