МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО | ЯҢЫ ХЕҘМӘТ ЙЫЛЫНА МАҠСАТТАР ҠУЙ
Яңы хеҙмәт йылына маҡсаттар ҡуй. Пионер хеҙмәте
Көсөбөҙҙө бушҡа түкмәҫ өсөн, рухи маҡсаттар ҡуйырға кәрәк (1Кр 9:26). Әйҙәгеҙ, рухи маҡсаттар ҡуйып, ваҡытыбыҙҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланайыҡ, сөнки был донъяның ахыры бик яҡын бит (Еф 5:15, 16). Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында киләһе хеҙмәт йылына маҡсаттар ҡуйып була. Ошо эш дәфтәрендә маҡсаттар ҡуйырға ярҙам иткән мәҡәләләр килтерелә. Бөтә ғаиләгеҙ менән шул маҡсаттар тураһында уйланығыҙ һәм доға ҡылып Йәһүә менән кәңәшләшегеҙ (Яҡ 1:5).
Мәҫәлән, ғаилә вазифаларын үҙ-ара бүлешеп, ғаиләгеҙҙең бер ағзаһына даими пионер булып хеҙмәт итергә ярҙам итә алаһығыҙмы? Сәғәт нормаһын үтәй алмаҫмын, тип ҡурҡһаң, шарттары һинекенә оҡшаш булған пионерҙар менән һөйләшеп ал (Ғһ 15:22). Хатта шундай пионерҙарҙың береһен, ғаилә өйрәнеүенә саҡырып, уға һорауҙар биреп була. Шунан хеҙмәт графигы төҙөп ҡара. Әгәр элек пионер булып хеҙмәт иткән булһаң, яңынан был хеҙмәтте башлар өсөн, мөмкинлектәрең тураһында уйлан.
Ғаиләгеҙҙә берәйегеҙ бер йә бер нисә ай ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә алырмы? Хәлең булмаһа, норманы тултырыр өсөн көн һайын әҙләп кенә хеҙмәт итә алаһың. Әгәр ҙә тулы аҙна эшләһәң йә мәктәптә уҡыһаң һәм һиңә эш көндәрендә хеҙмәт итеүе ауыр булһа, каникул йә отпуск булған айҙы йәки биш ял көнө булған айҙы һайла. Календарҙа ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә алған айҙы билдәләп ҡуй һәм график төҙө (Ғһ 21:5).
«ҠЫЙЫУ БУЛЫҒЫҘ! ПИОНЕРҘАР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҒА ЯУАП БИР:
-
Эмма Оманн ҡәрҙәштең миҫалынан күренеүенсә, Йәһүә пионер хеҙмәте өсөн ҡорбандарға барған ҡәрҙәштәр хаҡында нисек ҡайғырта?