АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Зирәклектең ҡиммәтлеге нимәлә?
Сөләймән Йәһүәнән зирәклек һораған (1Бат 3:7—9; w11-TAT 15/12 8 б., 4—6 абз.).
Йәһүәгә Сөләймәндең үтенесе оҡшаған (1Бат 3:10—13).
Сөләймән Алланан бирелгән зирәклекте ҡәҙерләгән. Шуға халыҡ тыныс һәм хәүефһеҙ йәшәгән (1Бат 4:25).
Зирәклек үҙ эсенә белемде, аңлауҙы һәм белгәндәреңде тормошта ҡулланыуҙы ала. Зирәклек алтындан да ҡиммәтерәк (Ғһ 16:16). Зирәклеккә эйә булыр өсөн, уны Алланан һорарға, Аллаға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт үҫтерергә, баҫалҡы, тыйнаҡ булырға һәм Изге Яҙманы ентекләп өйрәнергә кәрәк.