Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Ғаиләлә шатлыҡ булһын өсөн, үҙ өлөшөңдө индер

Ғаиләлә шатлыҡ булһын өсөн, үҙ өлөшөңдө индер

Йәһүә бөтә ғаиләләрҙең дә бәхетле булыуын теләй (Зәб 127:3—5; Вғ 9:9; 11:9). Әммә был донъяның баҫымы һәм ғаилә ағзаларының яңылышлыҡтары шатлығыбыҙҙы урлай ала. Ғаиләлә шатлыҡ хөкөм һөрһөн өсөн, һәр беребеҙ ниндәй өлөш индерә ала?

Ир кеше ҡатынын хөрмәт итә (1Пт 3:7). Ул уның менән бергә ваҡыт үткәрә. Ул ҡатынынан күп нәмә талап итмәй, үҙе һәм башҡа ғаилә ағзалары хаҡына башҡарған эштәре өсөн гел дә рәхмәтен белдерә (Кл 3:15). Ул ҡатынына яратыуын күрһәтә һәм уны маҡтай (Ғһ 31:28, 31).

Ҡатын кеше иренә һәр ваҡыт терәк булырға тырыша (Ғһ 31:12). Ул уға буйһона, ярҙам итә һәм уның менән кәңәшләшеп тора (Кл 3:18). Шулай уҡ ул ире менән ипле итеп һөйләшә һәм башҡаларға уның тураһында тик яҡшыһын ғына һөйләй (Ғһ 31:26).

Ата-әсәләр балалары менән ваҡыт үткәрә (Ҡн 6:6, 7). Улар балаларына яратҡандарын әйтеп тора (Мф 3:17). Уларҙы тәрбиәләгәндә, яратыу һәм зирәклек сағылдыра (Еф 6:4).

Балалар ата-әсәләрен ихтирам итә һәм тыңлаусанлыҡ күрһәтә (Ғһ 23:22). Улар ата-әсәләре менән үҙ хистәре һәм уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша, шулай уҡ уларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һала һәм тәрбиәне ҡабул итә (Ғһ 19:20).

«ҒАИЛӘГЕҘ БӘХЕТЛЕ БУЛҺЫН!» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

• Ғаиләлә шатлыҡ хөкөм һөрһөн өсөн, һәр ғаилә ағзаһы үҙ өлөшөн нисек индерә ала?