МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Сентябрь айында үтәсәк махсус кампания. Маҡсат — Алла Батшалығы тураһында һөйләү
Сентябрь айында беҙ тик Алла Батшалығының ғына кешелектең бөтә проблемаларын сисәсәге тураһында һөйләр өсөн күп тырышлыҡтар һалырбыҙ (Мф 24:14). Был кампанияла һин нисек ҡатнаша алаһың? Изге Яҙманан берәй аят һайлап алып, уны мөмкин тиклем күберәк кешегә күрһәтергә тырыш. Әгәр кеше беренсе һөйләшеүҙә үк ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, уға «Күҙәтеү манараһын» (№ 2 2020) тәҡдим ит. Шунан һуң шул кешегә мөмкин тиклем тиҙерәк ҡабат барырға һәм «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән брошюра ярҙамында өйрәнеү башларға тырыш. Сентябрь айында ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итергә теләүселәр 15 йә 30 сәғәтлек норманы һайлай алыр.
Инде бик тиҙҙән Алла Батшалығы Хоҙай хакимлығына ҡаршы торған барлыҡ кеше хөкүмәттәрен юҡҡа сығарасаҡ (Дн 2:44; 1Кр 15:24, 25). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, был махсус кампанияла әүҙем ҡатнашып, Йәһүәгә һәм уның Батшалығына тоғролоғобоҙҙо күрһәтәйек!