МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Йәһүәнең тоғро мөхәббәтен өлгө итеп ал
Йәһүә тоғро мөхәббәт күрһәтеүҙә иң яҡшы үрнәк булып тора (Зәб 103:11). Ундай мөхәббәт тиҙ генә үтә торған хис түгел. Тоғро мөхәббәт тәрән һәм оҙайлы эҫенеү тойғоһон үҙ эсенә ала. Йәһүә израилдәргә үҙенең тоғро мөхәббәтен төрлө ысулдар менән күрһәткән. Ул уларҙы, Мысыр ҡоллоғонан азат итеп, Вәғәҙә ителгән ергә алып килгән (Зәб 105:42—44). Ул үҙ халҡы өсөн көрәшкән һәм күп тапҡыр уның гонаһтарын кисергән (Зәб 107:19, 20). «Йәһүәнең тоғро мөхәббәт күрһәтеп ҡылған эштәрен ентекләп» тикшереү беҙҙе унан өлгө алырға дәртләндерер (Зәб 107:43).
«ЙӘҺҮӘНЕҢ ТОҒРО МӨХӘББӘТЕ ТУРАҺЫНДА УЙЛАНЫҒЫҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:
-
Беҙ нисек итеп тоғро мөхәббәт күрһәтә алабыҙ?
-
Ни өсөн тоғро мөхәббәт күрһәтер өсөн ҡорбандарға барырға кәрәк?