Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Фотолар: 3-сө бит: Kokkinakis v. Greece: Droit réservé

Сәғәт уғы ыңғайы буйынса өҫкө һул мөйөштән: «Көнбайыш Виргиния штатының Халыҡ мәғәрифе бүлеге Барнетҡа ҡаршы»; «Коккинакис Грецияға ҡаршы»; «МРО „Таганрог“ һәм башҡалар Рәсәй Федерацияһына ҡаршы»; «Ча һәм башҡалар Көньяҡ Кореяға ҡаршы»

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Һөйөнөслө хәбәрҙе яҡлайбыҙ һәм законлаштырабыҙ

Һөйөнөслө хәбәрҙе яҡлайбыҙ һәм законлаштырабыҙ

Дошмандар израилдәргә ғибәҙәтхананы торғоҙорға ҡамасауларға маташҡанда, төҙөүселәр эштәрен дауам итеү хоҡуғын яҡлар өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләгән (Ез 5:11—16). Шуның кеүек, бөгөнгө көндә лә мәсихселәр һөйөнөслө хәбәрҙе һәм уны вәғәзләр өсөн законлы хоҡуҡтарын яҡлай (Фп 1:7). Шул маҡсат менән 1936 йылда бөтә донъя баш идаралығында юридик бүлек булдырылған. Бөгөнгө көндә был юридик бүлек бөтә донъя буйлап Батшалыҡ эшен яҡлай. Нисек итеп был бүлек Батшалыҡ эшенә булышлыҡ күрһәтә һәм Алла халҡының именлеге тураһында ҡайғырта?

«БАШ ИДАРАЛЫҠТАҒЫ ЮРИДИК БҮЛЕК МЕНӘН ТАНЫШЫУ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Йәһүә шаһиттары ниндәй юридик ауырлыҡтарға дусар булған?

  • Беҙ ниндәй юридик еңеүҙәргә өлгәштек? Миҫал килтер.

  • Беҙҙең һәр беребеҙ һөйөнөслө хәбәрҙе яҡлауға һәм законлаштырыуға ниндәй өлөш индерә ала?

  • Сайтыбыҙҙа юридик хәл тураһындағы яңылыҡтарҙы һәм имандары өсөн төрмәлә ултырған Йәһүә шаһиттарының исемлеген ҡайҙан табып була?