АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Һин һәр ҡайһы эшкә тотонорға әҙерһеңме?
Баш рухани һәм уның рухани булып хеҙмәт иткән туғандары, үҙ дәрәжәләренә сиктән тыш әһәмиәт бирмәйенсә, Иерусалимдың стеналарын торғоҙоуҙа ҡатнашҡан (Нҡ 3:1).
Ҡайһы бер абруйлы кешеләр «үҙҙәрен баҫалҡыландырмаған» һәм, бындай эштә ҡатнашыу — үҙеңде кәмһетеү, тип һанаған (Нҡ 3:5; w06-TAT 1/2 18 б., 1 абз.).
Аллаға тоғро ҡатын-ҡыҙҙар был ауыр һәм хәүефле төҙөлөштә теләп ҡатнашҡан (Нҡ 3:12; w19.10 23 б., 11 абз.).
Йыйылышта күп төрлө эш башҡарырға кәрәк. Уларҙың ҡайһы берҙәре физик көс талап итә йә был донъяла ҡара эш тип һанала, ә ҡайһы бер эштәр башҡаларға күренмәҫкә лә мөмкин (w04-TAT 1/10 28 б., 16 абз.).
ҮҘЕҢДӘН ҺОРА: «Мин һөйөнөслө хәбәр хаҡына һәр төрлө эште башҡарырға әҙерменме?» (1Кр 9:23).