Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Улар беҙҙең хаҡҡа тырышып хеҙмәт итә

Улар беҙҙең хаҡҡа тырышып хеҙмәт итә

Район күҙәтеүселәре һәм уларҙың ҡатындары йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә фиҙаҡәр мөхәббәт күрһәтә. Башҡаларҙыҡы кеүек, уларҙың да үҙ ихтыяждары бар. Улар ҙа ҡай саҡ арый һәм борсолоу йә бойоғоу хистәре менән көрәшә (Яҡ 5:17). Шулай ҙа аҙна һайын улар иғтибарын тәү сиратта ҡәрҙәштәрҙе дәртләндереүгә йүнәлтә. Район күҙәтеүселәре икеләтә хөрмәткә лайыҡ (1Тм 5:17).

Илсе Павел, «Изге Рухтан алғандары менән уртаҡлашыр» өсөн, Римдағы йыйылышҡа килеп китергә планлаштырған. Ул үҙе лә, ҡәрҙәштәр ҙә, «иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе» дәртләндерербеҙ, тип өмөтләнгән (Рм 1:11, 12). Район күҙәтеүсеһен һәм уның ҡатынын нисек дәртләндерә алыуың тураһында уйланғаның булдымы?

«РАЙОН КҮҘӘТЕҮСЕҺЕНЕҢ БЕР АҘНАҺЫ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Район күҙәтеүселәре һәм уларҙың ҡатындары йыйылыш хаҡында нисек фиҙаҡәрлек менән ҡайғырта?

  • Уларҙың хәстәрлеге һиңә ниндәй файҙа килтерҙе?

  • Беҙ уларҙы нисек дәртләндерә алабыҙ?