Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15—21 июль

ЗӘБУР 63—65

15—21 июль

108-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. «Һинең тоғро мөхәббәтең йәшәүҙән дә яҡшыраҡ»

(10 мин.)

Алла менән дуҫлыҡ ғүмерҙән дә ҡәҙерлерәк (Зәб 63:3; w02-TAT 1/2 20—21 бб., 17, 18 абз.).

Йәһүәнең беҙгә күрһәткән тоғро мөхәббәте тураһында уйланғанда, уға ҡарата рәхмәт тойғобоҙ үҫә бара (Зәб 63:6; w19.12 28 б., 4 абз.; w15-TAT 15/10 24 б., 7 абз.).

Йәһүәнең тоғро мөхәббәте өсөн рәхмәтле булыу беҙҙе уны данларға дәртләндерә (Зәб 63:4, 5; w09-TAT 15/7 16 б., 6 абз.).

ҒАИЛӘ ӨЙРӘНЕҮЕ ӨСӨН КӘҢӘШ. Йәһүәнең һеҙҙең һәр берегеҙгә нисек тоғро мөхәббәт күрһәткәне тураһында фекер алышығыҙ.

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 64:3. Был аят нисек башҡалар менән игелекле итеп һөйләшергә дәртләндерә? (w07-U 15/11 15 б., 6 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(2 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Өйҙөң хужаһы һинең телеңдә һөйләшмәй (lmd 3-сө дәрес, 4-се пункт).

5. Һөйләшеү башлағыҙ

(2 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Изге Яҙманан берәй фекер менән бүлешеп өлгөрмәҫ борон, әңгәмә тамамлана (lmd 2-се дәрес, 4-се пункт).

6. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ЙӘМӘҒӘТ УРЫНДАРЫНДА ВӘҒӘЗЛӘҮ. Кешене ниндәй тема ҡыҙыҡһындырғанын бел һәм әңгәмәне киләһе тапҡыр дауам итергә һөйләш (lmd 1-се дәрес, 5-се пункт).

7. Үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ

(4 мин.) Әңгәмә. ijwfq 51-TAT. Тема: «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары элек ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәгән кешеләргә яңынан килә?» (lmd 4-се дәрес, 3-сө пункт).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

154-се йыр

8. Аллаға мөхәббәтебеҙҙе нисек күрһәтергә?

(15 мин.). Фекер алышыу.

Изге Яҙмала, Йәһүә «тоғро мөхәббәткә бай», тип әйтелә (Зәб 86:15). Ундай мөхәббәттең нигеҙендә яуаплылыҡ, намыҫлыҡ, тоғролоҡ һәм бирелгәнлек кеүек сифаттар ята. Йәһүә бөтә кешеләргә ҡарата ла яратыу күрһәтә, әммә тоғро мөхәббәтен ул тик үҙенең хеҙмәтселәренә, йәғни уның менән яҡын мөнәсәбәттә булған кешеләргә генә күрһәтә (Зәб 33:18; 63:3; Ях 3:16; Ғм 14:17). Әгәр беҙ Йәһүәнең мөхәббәтенә яуап итеп уға ҡарата ла яратыу күрһәтһәк, уның тоғро мөхәббәте өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уның әмерҙәренә буйһоноп, шул иҫәптән шәкерттәр әҙерләү әмерен үтәп, беҙ Алланы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Мф 28:19; 1Ях 5:3).

«Хеҙмәттә яратыу күрһәт» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:

Нисек яратыу беҙҙе һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә дәртләндерә...

  • арыған саҡта?

  • ҡаршылыҡтар менән осрашҡанда?

  • көндәлек эштәр менән шөғөлләнгәндә?

9. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 79-сы йыр һәм доға