Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26 август — 1 сентябрь

ЗӘБУР 78

26 август — 1 сентябрь

97-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Израилдәрҙең тоғролоҡ һаҡламауы беҙгә киҫәтеү булып тора

(10 мин.)

Израилдәр Йәһүәнең ғәжәп эштәрен онотҡан (Зәб 78:11, 42; w96-U 1/12 29—30 бб.).

Израилдәр Йәһүәнең үҙҙәре өсөн эшләгән игелеген ҡәҙерләмәгән (Зәб 78:19; w06-TAT 1/8 9 б., 16 абз.).

Израилдәр үҙ хаталарынан һабаҡ алмаған һәм йыш ҡына Аллаға ҡаршы баш күтәргән (Зәб 78:40, 41, 56, 57; w11-TAT 1/7 10 б., 3, 4 абз.).


УЙЛАНЫУ ӨСӨН ҺОРАУ: Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға беҙгә нимә ярҙам итер?

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 78:24, 25. Ни өсөн манна «күктән икмәк» һәм «ҡеүәтле заттарҙың икмәге» тип аталған? (w06-TAT 1/8 21 б., 5 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 5-се дәрес, 5-се пункт).

5. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Буклет ярҙамында һөйләшеү башла. Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 5-се дәрес, 4-се пункт).

6. Һөйләшеү башлағыҙ

(1 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Кеше килеүеңдең маҡсатын ҡыҫҡа ғына итеп аңлатыуыңды һорай. Уға Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 2-се дәрес, 5-се пункт).

7. Һөйләшеү башлағыҙ

(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Изге Яҙманы телгә алмайынса кешегә Йәһүә шаһиты икәнеңде белгерт. Уға Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 2-се дәрес, 4-се пункт).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

96-сы йыр

8. Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүсе Филипптан өйрәнегеҙ

(15 мин.). Фекер алышыу.

Изге Яҙмала төрлө кешеләр тураһында яҙылған. Берәүҙәре беҙгә — яҡшы, ә башҡалары насар өлгө ҡалдырған. Был кешеләрҙән фәһем алыр өсөн, ваҡыт бүлергә һәм тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Изге Яҙманан улар тураһында уҡып ҡына ҡалмаҫҡа, ә алған һабаҡтар тураһында уйланырға һәм белгәндәребеҙгә ярашлы эш итергә кәрәк.

Изге Яҙмала, Филипп «рух һәм зирәклек менән тулы» мәсихсе булған, тип әйтелгән (Ғм 6:3, 5, ЯДТ). Уның өлгөһөнән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

«Уларҙан өлгө алығыҙ. Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүсе Филипп» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:

  • Шарттары ҡапыл үҙгәргәс, Филипптың нисек эш иткәненән ниндәй һабаҡ алабыҙ? (Ғм 8:1, 4, 5).

  • Филипптың, ихтыяж булған ерҙә вәғәзләргә әҙер булып, фатихаларға эйә булғанынан нимәгә өйрәнәбеҙ? (Ғм 8:6—8, 26—31, 34—40).

  • Филипптың һәм уның ғаиләһенең ҡунаҡсыл булғанынан нимәгә өйрәнәбеҙ? (Ғм 21:8—10).

  • Филипптың үрнәгенә эйәргән ғаиләнән нимәгә өйрәнәбеҙ?

9. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 101-се йыр һәм доға