29 июль — 4 август
ЗӘБУР 69
13-сө йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)
1. Ғайсаның тормошондағы ҡайһы бер ваҡиғалар 69-сы мәҙхиәлә алдан әйтелгән булған
(10 мин.)
Ғайсаны бер сәбәпһеҙ нәфрәт иткәндәр (Зәб 69:4; Ях 15:24, 25; w11-TAT 15/8 11 б., 17 абз.).
Ғайса хаҡ ғибәҙәткә ҡарата ашҡыныу менән янып торған (Зәб 69:9; Ях 2:13—17; w10-TAT 15/12 8 б., 7, 8 абз.).
Ғайса көслө йөрәк әрнеүе тойған; уға ниндәйҙер әсе нәмә ҡушылған шарап биргәндәр (Зәб 69:20, 21; Мф 27:34; Лк 22:44; Ях 19:34; mwbr24.07-U; it-2-U 1277 б., 5 абз.).
УЙЛАНЫУ ӨСӨН ҺОРАУ: ни өсөн Йәһүә Еврей Яҙмаларында Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙең яҙылыуы хаҡында хәстәрләгән?
2. Рухи ынйылар
(10 мин.)
-
Зәб 69:30, 31. Был аяттар доғаларыбыҙҙың сифатын яҡшыртырға нисек ярҙам итә? (w99-U 15/1 18 б., 11 абз.).
-
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
3. Изге Яҙманы уҡыу
(4 мин.) Мф 27:45—66 (th 2-се дәрес).
4. Түҙемлек. Ғайса нисек эш иткән?
(7 мин.) Фекер алышыу. ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң lmd 8-се дәрес, 1, 2-се пункттар буйынса фекер алыш.
5. Түҙемлек. Ғайсанан өлгө алығыҙ
(8 мин.) Фекер алышыу (lmd 8-се дәрес, 3—5-се пункттар һәм «Шулай уҡ ҡарағыҙ» тигән рамка).
134-се йыр
6. Йыйылыш ихтыяждары
(5 мин.)
7. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу өсөн кәңәштәр
(10 мин.). Фекер алышыу.
2009 йылдың ғинуарында йыйылыш менән китап өйрәнеү, Теократик хеҙмәт мәктәбе һәм Хеҙмәт осрашыуы бер осрашыуға берләштерелде. Был үҙгәреш ғаиләләргә аҙнаның бер кисен ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыуға бағышларға мөмкинлек бирҙе. Күптәр был үҙгәреш өсөн бик рәхмәтле, сөнки был уларға Йәһүәгә лә, бер-береһенә лә яҡыныраҡ булып китергә ярҙам иткән (Ҡн 6:6, 7).
Ниндәй кәңәштәр ғаилә башлыҡтарына ғибәҙәт ҡылыу кисен даими рәүештә һәм сифатлы итеп үткәрергә ярҙам итә ала?
-
Даими рәүештә йыйылығыҙ. Мөмкин булһа, ғаилә өйрәнеүен аҙна һайын бер үк ваҡытта үткәрегеҙ. Хәл ҡапыл ғына үҙгәрһә, ғаилә өйрәнеүен башҡа көнгә күсерергә әҙер булығыҙ.
-
Алдан әҙерләнегеҙ. Ҡатынығыҙ һәм ваҡыт-ваҡыт балаларығыҙ менән кәңәшләшегеҙ. Әгәр ғаилә өйрәнеүенең ҡайһы бер өлөштәре аҙна һайын билдәләнгән бер программа буйынса үткәрелһә, әҙерләнеүгә күп ваҡыт китмәҫ.
-
Ғаиләнең ихтыяждарын иҫәпкә алығыҙ. Балалар үҫә барған һайын, уларҙың һәләттәре лә, ихтыяждары ла үҙгәрә бара. Онотмағыҙ, бындай ғибәҙәт ҡылыуҙың маҡсаты — ғаиләнең һәр ағзаһына иманын нығытырға һәм Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итеү.
-
Йылы һәм иркен мөхит булдырығыҙ. Ваҡыт-ваҡыт ғаилә өйрәнеүен саф һауала үткәрегеҙ. Кәрәк булһа, тәнәфес яһап алығыҙ. Әгәр балаларығыҙ осрашҡан ауырлыҡтар тураһында һөйләшеп алырға ҡарар итһәгеҙ, был ваҡытты уларҙы шелтәләү өсөн ҡулланмағыҙ.
-
Төрлөсә итеп үткәрегеҙ. Мәҫәлән, киләһе осрашыуҙың ниндәйҙер өлөшөнә әҙерләнергә, jw.org сайтынан берәй видеояҙманы ҡарап уның буйынса фекер алышырға йә хеҙмәттә була алған хәлдәрҙә нисек яуап биреп булғанына әҙерләнеп була. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу бергәләшеп фекер алышыу ваҡыты булһа ла, ваҡыттың бер өлөшөн ғаиләнең һәр ағзаһы шәхси өйрәнеүгә бағышлай ала.
Тыңлаусыларыңа ошо һорауҙы бир:
-
Ошо кәңәштәрҙең ҡайһылары һеҙгә ғаилә өйрәнеүен үткәрергә ярҙам итә?
8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү
(30 мин.) bt-TAT 13-сө бүлек, 8—16 абз., 105 б. рамка