Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5—11 август

ЗӘБУР 70—72

5—11 август

59-сы йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Алланың ҡөҙрәте тураһында «киләһе быуынға» һөйләгеҙ

(10 мин.)

Дауыт йәш сағында Йәһүәнең яҡлауын тойған (Зәб 71:5; w22.01 6 б., 15 абз.).

Олоғайғас та, Дауыт Йәһүәнең ярҙамын күргән (Зәб 71:9; w14-TAT 15/3 20—21 бб., 3, 4 абз.).

Дауыт, йәштәргә Йәһүәнең уға нисек ярҙам иткәне тураһында һөйләп, уларҙы рухландырған (Зәб 71:17, 18; w14-TAT 15/1 23 б., 4, 5 абз.).

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Йыйылышымдан Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән ҡайһы ҡәрҙәште ғаилә өйрәнеүенә саҡырып, унан интервью алырға теләр инем?»

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 72:8. Йәһүәнең Ибраһимға биргән вәғәҙәһе, Башланмыш 15:18-ҙәге һүҙҙәр, Сөләймән батша идараһы ваҡытында нисек үтәлгән? (it-1-U 686 б., 4 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Бәхәсләшергә теләгән кеше менән һөйләшеүҙе матур итеп тамамла (lmd 4-се дәрес, 5-се пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Изге Яҙманы өйрәнергә ҡыймаған туғаның менән үткән әңгәмәне дауам ит (lmd 8-се дәрес, 4-се пункт).

6. Үҙ ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ

(5 мин.) Телмәр. Ijwfq 49-TAT. Тема: «Ни өсөн Йәһүә шаһиттары үҙҙәренең ҡайһы бер ҡараштарын үҙгәрткән?» (th 17-се дәрес).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

76-сы йыр

7. Ғаилә өйрәнеүе өсөн тәҡдимдәр

(15 мин.). Фекер алышыу.

Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу балаларға Йәһүәнән өйрәнергә иҫ киткес мөмкинлек бирә (Еф 6:4). Балаларҙы өйрәтеү күп көс һалыуҙы талап итә. Әммә балаларҙың Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы үҫә башлаһа, был бөтәһенә лә шатлыҡ килтерер (Ях 6:27; 1Пт 2:2).  «Ғаилә өйрәнеүе өсөн тәҡдимдәр» тигән рамкалағы фекерҙәрҙе телгә ал. Был рамканың маҡсаты — атай-әсәйҙәргә ғаилә өйрәнеүен ҡыҙыҡлы һәм күңелле итеп үткәрергә ярҙам итеү. Шунан һуң тыңлаусыларыңа ошо һорауҙарҙы бир:

  • Был тәҡдимдәрҙең ҡайһыһын һеҙ ҡулланып ҡарарға теләр инегеҙ?

  • Һеҙ үҙегеҙ өсөн файҙалы булып күренгән тағы ниндәй тәҡдимдәр менән бүлешә алыр инегеҙ?

«Ғаилә өйрәнеүен төрлөләндерегеҙ» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:

  • Ғаиләлә балалар булмаһа, ир үҙ ҡатыны өсөн ғаилә өйрәнеүен нисек ҡыҙыҡлы итеп үткәрә ала?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 123-сө йыр һәм доға