«МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО ҺӘМ ХЕҘМӘТЕ». ЭШ ДӘФТӘРЕ Июль 2016
Инеш һүҙҙәр
«Изге Яҙма нисек һаҡланып ҡалған?» тигән брошюраны һәм уның һуңғы битендә килтерелгән мәғлүмәтте ҡулланыу өсөн инеш һүҙҙәр. Ошо миҫалдарҙы ҡулланып, үҙегеҙҙең инеш һүҙҙәрегеҙҙе уйлап сығарығыҙ.
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүәне — Доғаларҙы тыңлаусыны данла
Ни өсөн Йәһүәгә доға ҡылғанда, уға биргән вәғәҙәңде үтәргә ярҙам итеүен һорарға кәрәк? Доғаларыңда Аллаға таянғаныңды һин нисек күрһәтә алаһың? (Зәбур 61—65)
МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Ябай тормош алып барыу беҙгә Алланы данларға ярҙам итә
Ябай тормош алып барыу һиңә нимәгә ирешергә ярҙам итер? Ғайсаның йәшәү рәүешенән һин нисек өлгө ала алыр инең?
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүәнең халҡы хаҡ ғибәҙәттә ашҡынып ҡатнаша
Дауыттың ашҡынып тороуы беҙҙе нимәгә өйрәтә ала? Хаҡ ғибәҙәттә ашҡынып ҡатнашыу Алла халҡын нимәгә дәртләндерә? (Зәбур 69—72)
МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Бәлки, татып ҡарарғалыр?
Пионер булып хеҙмәт итергә ҡарар иткәндәрҙе ҡыҙыҡлы тормош һәм күп фатихалар көтә.
МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Пионер хеҙмәте өсөн графиктар
Һеҙ, бәлки, ғәжәпләнерһегеҙ, әммә хатта ваҡыттары тығыҙ һәм һаулыҡтары насар булған ҡәрҙәштәр ҙә пионер булып хеҙмәт итә ала.
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Йәһүәнең эштәрен иҫеңдә тот
Ниндәй эштәр Йәһүәнең эштәре? Шул эштәр тураһында уйланыу беҙгә нисек ярҙам итә? (Зәбур 74—78)
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Тормошоңда иң мөһим шәхес кем?
83-сө мәҙхиәне яҙған кешенең тормошонда иң мөһим шәхес Йәһүә булған. Йәһүәнең тормошобоҙҙа иң мөһим шәхес булыуын беҙ нисек күрһәтә алабыҙ?