МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Бәлки, татып ҡарарғалыр?
Нимәне? Кәм тигәндә бер йыл пионер булып хеҙмәт итеүҙе. Был һиңә мул фатихалар килтерер! (Ғһ 10:22)
ПИОНЕР БУЛЫП ХЕҘМӘТ ИТЕП, ҺИН...
-
вәғәзсе булараҡ оҫтарып китерһең һәм хеҙмәттән күберәк шатлыҡ табырһың
-
Йәһүә менән мөнәсәбәттәреңде нығытырһың. Алла тураһында күберәк һөйләгән һайын, уның иҫ киткес сифаттарын иҫеңә төшөрөп торорһоң
-
Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйып һәм башҡаларға фиҙаҡәр рәүештә хеҙмәт итеп, ҙур ҡәнәғәтлек кисерерһең (Мт 6:33; Ғм 20:35)
-
район күҙәтеүсеһе килеп китеү ваҡытында пионерҙар менән үткәргән осрашыуҙа, район конгресы алдынан үткән махсус осрашыуҙа була алырһың һәм Пионерҙар мәктәбендә уҡый алырһың
-
күберәк Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен башларһың һәм үткәрерһең
-
ҡәрҙәштәр менән йышыраҡ хеҙмәттәшлек итеп, үҙең дә шатлыҡ алырһың, башҡаларҙы ла дәртләндерерһең (Рм 1:11, 12).