АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЗӘБУР 74—78
Йәһүәнең эштәрен иҫеңдә тот
Йәһүәнең игелекле эштәре тураһында уйланыу бик мөһим
74:16; 77:6, 11, 12
-
Уйланыу беҙгә Алла Һүҙендә уҡығандарҙы үҙләштерергә һәм рухи ризыҡты ҡәҙерләргә ярҙам итә
-
Йәһүә хаҡында тәрән уйланыу беҙгә уның ғәжәп эштәрен һәм ул беҙгә бүләк иткән өмөттө иҫтә тоторға ярҙам итә
Йәһүәнең ҡайһы бер эштәре:
74:16, 17; 75:6, 7; 78:11—17
-
Барлыҡҡа килтерелгән нәмәләр.
Йәһүәнең ижади эштәре тураһында күберәк белгән һайын, Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәтебеҙ ҙә үҫә барыр
-
Йыйылыштағы билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәр.
Беҙгә Йәһүә тарафынан етәкселек итергә билдәләнгән ағай-ҡәрҙәштәргә буйһонорға кәрәк
-
Ҡотҡарыу.
Йәһүәнең ҡотолоу биргән эштәрен иҫтә тотоу уның үҙ хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғыртырға теләүенә һәм быны эшләй алыуына иманыбыҙҙы нығыта