МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Ябай тормош алып барыу беҙгә Алланы данларға ярҙам итә
Бөгөн еңел генә тормошто ҡатмарландырып ебәрергә мөмкин. Берәй әйберҙе табып, уны һатып алыуға, һуңынан шул әйберҙе хеҙмәтләндереүгә, һаҡлауға күп көс һәм ваҡыт китә. Ғайса ябай тормош алып барғанға, матди әйберҙәр тураһында ҡайғыртыу уның хеҙмәтенә ҡамасауламаған (Мт 8:20).
Хеҙмәттә күберәк ҡатнашыр өсөн, һин нисек тормошоңдо ябайлаштыра алаһың? Ғаиләгеҙҙә берәй кем пионер булып хеҙмәт итә алһын өсөн, ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр яһап буламы? Ә инде пионер булып хеҙмәт итәһең икән, үҙеңә, матди әйберҙәр тормошомдо һиҙҙермәйенсә ҡатмарландыра башламағанмы, тигән һорау бир. Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә ябай тормош алып барыу бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтерә (1Тм 6:7—9).
Мин тормошомдо нисек ябайлаштыра алам?