Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЛУКА 10, 11

Самария кешеһе тураһындағы хикәйә

Самария кешеһе тураһындағы хикәйә

10:25—37

Ғайса был ҡиссаны бер кеше унан: «Минең яҡыным кем?» — тип һорағас, һөйләгән (Лк 10:25—29). Ғайса мәсихселәр йыйылышы төрлө-төрлө кешеләрҙән, шул иҫәптән, самарияндарҙан һәм башҡа халыҡ кешеләренән торасағын белгән (Ях 12:32). Был ҡиссанан күренеүенсә, Ғайсаның шәкерттәре, башҡаларға ҡарата, хатта үҙҙәренән айырылып торған кешеләргә ҡарата ла яратыу күрһәтер өсөн, тырышлыҡ һалырға тейеш.

ҮҘЕҢДӘН ҺОРА:

  • «Сығыштары менән минән айырылып торған ҡәрҙәштәр менән үҙемде нисек тотам?»

  • «Мин күбеһенсә уртаҡ яҡтарыбыҙ күп булған ҡәрҙәштәр менән генә аралашаммы?»

  • «Мин „йөрәгемде асы[п]“, сығыштары менән төрлө булған ҡәрҙәштәрҙе яҡшыраҡ белә аламмы?» (2Кр 6:13).

Мин кемде саҡырырға теләйем...

  •  үҙем менән хеҙмәткә барырға

  •  үҙемә бергә ашап алырға

  •  ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисенә.