Ғайса Лука 12:6, 7-лә яҙылған һүҙҙәрҙе әйтер алдынан шәкерттәре менән нимә хаҡында һөйләшкән? 4-се шиғырҙа ул үҙ шәкерттәренә ҡаршы килгән һәм хатта уларҙы үлтерергә уйлаған кешеләрҙән ҡурҡмаҫҡа ҡуша. Ғайса уларҙы буласаҡ эҙәрлекләүҙәргә әҙерләгән. Ул шәкерттәрен, Йәһүә уларҙың һәр береһен юғары баһалай һәм төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтереүгә юл ҡуймаясаҡ, тип ышандырған.
Беҙ эҙәрлекләүҙәргә дусар булғандар хаҡында борсолған Йәһүәнән нисек үрнәк ала алабыҙ?
Төрмәлә ултырған Йәһүә шаһиттары тураһында һуңғы мәғлүмәтте ҡайҙан алып була?
Бөгөнгө көндә күпме ағай- һәм апай-ҡәрҙәш иманы арҡаһында төрмәлә ултыра.