Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЛУКА 8, 9

«Миңә эйәр». Бының өсөн нимә эшләргә?

«Миңә эйәр». Бының өсөн нимә эшләргә?

9:62

Бураҙна тигеҙ булып сыҡһын өсөн, һабансыға иғтибарын ситкә йүнәлтергә һәм артына боролоп ҡарарға ярамай. Мәсихсегә лә был донъяла ҡалдырғандарын һағынып, иғтибарын ситкә йүнәлтергә ярамай (Фп 3:13).

Ауырлыҡтар кисергәндә, үткәндәрҙе, мәҫәлән, беҙ хәҡиҡәтте әле белмәгән саҡтарҙы, иҫкә төшөрөргә теләк тыуа. Шундай ваҡыттарҙа йыш ҡына шатлыҡлы миҙгелдәр генә хәтергә килә, ә насарҙары — онотола. Мысырҙан сыҡҡас, израилдәр тап шул тоҙаҡҡа эләккән дә (Һн 11:5, 6). Әгәр беҙ ундай уйҙарға батһаҡ, үткән тормош рәүешенә ҡайтыу теләге тыуыуы ихтимал. Булған фатихаларға һәм киләсәктә Батшалыҡ идаралығы килтерәсәк шатлыҡлы тормошҡа иғтибарыбыҙҙы туплау күпкә яҡшыраҡ! (2Кр 4:16—18).