МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Алла Батшалығы 100 йыл идара итә!
Алла Батшалығының граждандары булып китергә теләүселәрҙең барыһы ла был Батшалыҡ тураһында һәм уның нимә башҡарғаны хаҡында мөмкин тиклем күберәк белергә тейеш. Ни өсөн? Был Алла Батшалығының идара итеүенә ышанысыбыҙҙы нығытыр һәм Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға еткерергә дәртләндерер (Зәб 45:1; 49:3). «Алла Батшалығы 100 йыл идара итә!» тигән фильмды (тат.) ҡарағанда, ошо һорауҙарға яуап табығыҙ:
-
Ни өсөн «Барлыҡҡа килтереү тураһында фотодрама» уны ҡараған кешеләр өсөн фатиха булған?
-
Радио тапшырыуҙар нисек кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә ярҙам иткән?
-
Ул ваҡыттарҙа һөйөнөслө хәбәрҙе таратыу өсөн тағы ниндәй ысулдар ҡулланылған һәм һөҙөмтәһе ниндәй булған?
-
Ваҡыт уҙыу менән вәғәзселәрҙе өйрәтеү нисек яҡшыра барған?
-
Уҡыусылар Гилеад мәктәбендә ниндәй ғәмәли белем алған?
-
Конгрестар Йәһүәнең халҡын өйрәтеүҙә ниндәй роль уйнаған?
-
Алла Батшалығының идара итеүенә һине нимә ышандыра?
-
Беҙ нисек Алла Батшалығы яғында тороуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ?