Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЗӘБУР 45—51

Йәһүә үкенгән, күңеле өҙгөләнгән кешене кире ҡаҡмаҫ

Йәһүә үкенгән, күңеле өҙгөләнгән кешене кире ҡаҡмаҫ

Дауыт Битсәбиә менән ауыр гонаһ ҡылған булған. Натан пәйғәмбәр Дауытҡа уның был ауыр гонаһы тураһында әйткәс, Дауыт 51-се мәҙхиәне яҙған. Уны выжданы ғазаплай башлаған һәм ул баҫалҡылыҡ менән үҙ гонаһын таныған (2 Иш. 12:1—14).

Дауыт, гонаһ ҡылған булһа ла, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен яңынан тергеҙә алған

51:3, 4, 8—12, 17

  • Тәүбә иткәнсе һәм гонаһын танығансы, Дауыт выждан ғазабы кисергән

  • Алланың хуплауын юғалтыуы арҡаһында ул шул тиклем ҡайғырған, хатта үҙен һөйәктәре һындырылған кеше итеп тойған

  • Ул Алла тарафынан кисерелергә, рухи яҡтан һауығырға һәм яңынан шатлыҡ кисереп йәшәргә бик ныҡ теләгән

  • Ул баҫалҡы рәүештә Йәһүәнән тыңлаусан булырға теләк үҫтерергә ярҙам итеүен һораған

  • Дауыт Йәһүә тарафынан кисереләсәгенә бер ҙә шикләнмәгән