АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЗӘБУР 34—37
Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл
«Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан көнләшмә»
37:1, 2
-
Яуыз кешеләрҙең ваҡытлы уңыштары һиңә Йәһүә Аллаға хеҙмәт итергә ҡамасауламаһын. Иғтибарыңды рухи маҡсаттарға һәм фатихаларға тупла
«Йәһүәгә таян һәм яҡшылыҡ ҡыл»
37:3
-
Йәһүәнең һиңә һәр төрлө шиктәр һәм борсолоуҙарҙы еңергә ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмә. Ул һиңә тоғро булып ҡалырға ярҙам итер
-
Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзлә
«Йәһүәлә сикһеҙ шатлыҡ тап»
37:4
-
Алла Һүҙен уҡыр өсөн һәм белгәндәрең тураһында уйланыр өсөн, ваҡыт бүлеп ҡуй. Быны Йәһүәне яҡшыраҡ белеү маҡсаты менән эшлә
«Юлыңды Йәһүәгә тапшыр»
37:5, 6
-
Йәһүәнең һиңә һәр төрлө ауырлыҡты еңеп сығырға ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмә
-
Ҡаршылыҡтар, эҙәрлекләүҙәр һәм яла яғыу менән осрашҡанда, тәртибең өлгөлө булып ҡалһын
«Йәһүә алдында шым бул, уны өмөтләнеп көт»
37:7—9
-
Шатлығыңды һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәреңде юғалтыуға килтерә алған дыуамал эштәрҙән ҡас
«Йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ»
37:10, 11
-
Йыуаш булып ҡал һәм баҫалҡылыҡ менән Йәһүәнең үҙең кисергән бөтә ғәҙелһеҙлекте юҡ итәсәген көт
-
Алланың яңы донъя тураһындағы вәғәҙәһе хаҡында һөйләп, ҡәрҙәштәрҙе дәртләндер һәм бойоҡҡандарҙы йыуат