МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Видеояҙмалар ҡулланып өйрәтәбеҙ
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ?
Видео кешенең йөрәгенә үтеп инергә мөмкин, сөнки ул күреү һәм ишетеү ағзаларына тәьҫир итә. Видео кешенең иғтибарын йәлеп итергә ярҙам итә һәм оҙаҡҡа уның хәтерендә һаҡланып ҡала. Өйрәткәндә, Йәһүә, күргәҙмә әсбаптар ҡулланып, беҙгә яҡшы өлгө күрһәтә (Ғм 10:9—16; Ас 1:1).
«Алланың исеме бармы?», «Изге Яҙманың авторы кем?» һәм «Изге Яҙманың дөрөҫ булыуын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?» тигән видеояҙмалар, пландарҙың «Алла кем ул?» һәм «Алла тарафынан бирелгән китап» тигән өҫтәмә исемдәрен ҡарап сыҡҡанда, ярҙам булып тора. «Ни өсөн Изге Яҙмаларҙы өйрәнергә кәрәк?» «Изге Яҙмалар өйрәнеүе нисек үтә?» һәм «Батшалыҡ Залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙмалар кешене Изге Яҙманы өйрәнә башларға һәм йыйылыш осрашыуҙарына килергә дәртләндерә. Видеояҙмаларҙы табыр өсөн ярҙам кәрәк булһа, йыйылышыңдың өлкәндәренә мөрәжәғәт ит. Кеше менән Изге Яҙманы өйрәнгәндә, ҡайһы бер тулы метражлы фильмдарыбыҙҙы ла ҡулланып була (km-TAT 5/13 3 б.).
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:
-
Үҙеңә алдан уҡ кәрәкле видеояҙманы күсереп ал
-
Алдан уҡ бер-ике һорау әҙерләп ҡуй. Уларға яуап видеояҙмала биреләсәк
-
Видеояҙманы бергә ҡарағыҙ
-
Төп фекерҙәр буйынса фекер алыш
БЫЛАЙ ЭШЛӘП ҠАРА:
-
Берәй планға иғтибар ит һәм уға тура килгән видеояҙманы күрһәт
-
«Изге Яҙманың дөрөҫ булыуын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?» тигән видеояҙманы күрһәт һәм, тейешле планды ҡулланып, «Изге Яҙманың авторы — Алла» тигән өҫтәмә исемгә иғтибар ит