Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Атай-әсәйҙәр, балағыҙға дөрөҫ һайлау яһарға ярҙам итегеҙ

Атай-әсәйҙәр, балағыҙға дөрөҫ һайлау яһарға ярҙам итегеҙ

Алланы ихтирам итеүсе атай-әсәйҙәр балаларының Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре булып китеүен түҙемһеҙлек менән көтә. Бының өсөн атай-әсәйҙәргә балаларына сабый саҡтарынан уҡ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте яратырға ярҙам итергә кәрәк (Ҡн 6:7; Ғһ 22:6). Быға ирешеү, әлбиттә, еңел түгел. Әммә фатихалар бөтә тырышлыҡтарҙы ҡаплай (3Ях 4).

Атай-әсәйҙәр Йософ менән Мәрйәмдән күп нәмәгә өйрәнә ала. Был ҙур сығымдар һәм күп тырышлыҡтар ҡуйыу менән бәйле булһа ла, улар «йыл һайын Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына йөрөгән» (Лк 2:41). Эйе, улар ғаиләнең рухи ихтыяждарын иң беренсе урынға ҡуйған. Бөгөн дә, атай-әсәйҙәр, үҙенең һүҙҙәре һәм үрнәге менән балаларын өйрәтер өсөн, һәр мөмкинлекте ҡулланып, уларҙы дөрөҫ яҡҡа йүнәлтә ала (Зәб 127:3—5).

«УЛАР ҺӘР МӨМКИНЛЕКТӘН ФАЙҘАЛАНҒАН» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ АҪТА КИЛТЕРЕЛГӘН ҺОРАУҘАР БУЙЫНСА ФЕКЕР АЛЫШ:

  • Джон менән Шерон Шиллер балаларын үҫтергәндә Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйғанын нисек күрһәткән?

  • Ни өсөн атай-әсәйҙәр һәр бер баланың шәхси ихтыяждарына ҡарап тәрбиә бирергә тейеш?

  • Атай-әсәйҙәр балаларын һынауҙарға нисек әҙерләй ала?

  • Ойошмабыҙ биргән ниндәй ҡоралдар һеҙгә балағыҙҙың йөрәгендә Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итә?

Ғаиләгеҙ өсөн рухи эштәр иң мөһим урында булһын