Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Мәсих эҙенән барығыҙ

Мәсих эҙенән барығыҙ

Һынауҙар һәм эҙәрлекләүҙәр менән осрашҡанда беҙ Ғайсанан өлгө ала алабыҙ (1Пт 2:21—23). Мыҫҡыл ителгәндә, хатта ғазап кисергәндә лә ул бер ҡасан да мыҫҡыллап яуап ҡайтармаған (Мк 15:29—32). Уға ныҡ булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Ул Йәһүәнең ихтыярын бер нигә ҡарамай үтәргә теләгән (Ях 6:38). Ул шулай уҡ һәр ваҡыт иғтибарын «киләсәктә юлында көткән шатлыҡ»ҡа туплаған (Ев 12:2).

Иманыбыҙ арҡаһында беҙҙе эҙәрләһәләр, үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ? Ысын мәсихселәр «яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылма[й]» (Рм 12:14, 17). Ҡаршылыҡтар менән осрашҡанда Ғайсанан үрнәк алһаҡ, шатлыҡ тоябыҙ, сөнки Йәһүә Алла беҙҙе хуплай (Мт 5:10—12; 1Пт 4:12—14).

«ЙӘҺҮӘНЕҢ ИСЕМЕ БАРЫҺЫНАН ДА БӨЙӨГӨРӘК» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРАҒЫҘ ҺӘМ АҪТА КИЛТЕРЕЛГӘН ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИРЕГЕҘ:

  • Пётцингер апай-ҡәрҙәш төрмәлә бер кешелек камерала ултырғанда нисек ваҡытты аҡыллы ҡулланған?

  • Пётцингер ағай- һәм апай-ҡәрҙәш төрлө концентрацион лагерҙарҙа ниндәй ауырлыҡтар аша үткән?

  • Уларға ныҡ булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?

Ауырлыҡтар менән осрашҡанда Мәсих эҙенән барығыҙ