Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Шәхси өйрәнеү тағы ла күберәк файҙа килтерһен!

Шәхси өйрәнеү тағы ла күберәк файҙа килтерһен!

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Изге Яҙманы шәхси өйрәнеү ярҙамында беҙ хәҡиҡәттең «иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөнә» алабыҙ (Еф 3:18). Ул шулай уҡ беҙгә был яуыз донъяла саф, кәмселекһеҙ булып ҡалырға һәм «тормош һүҙенә ныҡ тотонорға» ярҙам итә (Фп 2:15, 16, ЯДТ). Шәхси өйрәнеү ваҡытында үҙебеҙҙең ихтыяждарыбыҙға тура килгән материал өйрәнә алабыҙ. Алла Һүҙен уҡыр һәм өйрәнер өсөн бүлеп ҡуйылған ваҡытты нисек яҡшыраҡ файҙаланырға?

ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР

  • Шәхси өйрәнеү өсөн Изге Яҙмаңда (баҫтырылған йә электрон форматта) аяттарҙы билдәлә һәм яҙыуҙар алып бар.

  • Изге Яҙманы уҡыған саҡта үҙеңә ошо һорауҙарҙы бир: кем? нимә? ҡасан? ҡайҙа? ни өсөн? нисек?

  • Булған ҡоралдар ярҙамында тикшеренеү үткәр. Тема буйынса йә Изге Яҙмалағы аят буйынса мәғлүмәт эҙлә.

  • Уҡығаныңды нисек ҡуллана алыуың хаҡында уйлан.

  • Белгәнеңде тормошоңда ҡуллан (Лк 6:47, 48).

«ТӘРӘН ШӘХСИ ӨЙРӘНЕҮ АЛЛА ҺҮҘЕНӘ НЫҠ ТОТОНОРҒА ЯРҘАМ ИТӘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ҡәрҙәштәр шәхси өйрәнеү хаҡында нимә әйтә?

  • Ни өсөн һәр өйрәнеүҙе доға ҡылып башларға кәрәк?

  • Изге Яҙмалағы өҙөктө яҡшыраҡ аңларға нимә ярҙам итә ала?

  • Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмабыҙҙа ниндәй билдәләр ҡуйып була?

  • Ни өсөн уҡығаныбыҙ хаҡында уйланыу мөһим?

  • Алған белемде нисек ҡулланырға?

«Ҡануныңды шундай яратам мин! Уның тураһында көнө буйы уйланам» (Зәб 119:97)