Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Йәһүә нимә тип уйлар?

Йәһүә нимә тип уйлар?

Мөһим һәм әллә ни мөһим булып күренмәгән ҡарарҙар ҡабул иткәндә үҙеңдән: «Йәһүә нимә тип уйлар?» — тип һорайһыңмы? Беҙ Йәһүәнең нисек фекер йөрөтөүен тулыһынса аңлай алмайбыҙ, әммә, беҙ «бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер» булһын өсөн, ул үҙенең Һүҙендә етерлек белем биргән (2Тм 3:16, 17; Рм 11:33, 34). Ғайса Йәһүәнең ихтыяры нимәлә икәнен яҡшы аңлаған, һәм уны үтәү Ғайса өсөн иң мөһиме булған (Ях 4:34). Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт, Ғайса кеүек, Йәһүә хуплаған ҡарарҙар ҡабул итәйек (Ях 8:28, 29; Еф 5:15—17).

«ЙӘҺҮӘ ИХТЫЯРЫН АҢЛАҒЫҘ (ЛЕВ. 19:18)» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ФЕКЕР АЛЫШ:

  • Ни өсөн Изге Яҙмалағы принциптарҙы үтәп йәшәргә кәрәк?

  • Музыка һәм йырҙар һайлағанда Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы иҫәпкә алырға кәрәк?

  • Кейем һәм прическа һайлағанда Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы иҫәпкә алырға кәрәк?

  • Тормоштоң тағы ниндәй өлкәләрендә Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәргә кәрәк?

  • Алланың ихтыяры нимәлә икәнен аңларға тағы нимә ярҙам итер?

Ҡабул иткән ҡарарҙарым Йәһүә менән мөнәсәбәттәрем тураһында нимә асыҡлай?